+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 11:45

Тәҙрәләрҙә уттар балҡыһын!

Хөрмәтле район энергетиктары һәм тармаҡ ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ - Энергетиктар көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ.
Хәҙерге заманда энергетика – йәмғиәттең сәскә атыуы нигеҙе. Район учреждениелары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханаларҙың өҙөклөкһөҙ эшләүе, һәр йорттағы йылылыҡ, уңайлылыҡ тап һеҙҙең хеҙмәткә бәйле. Йылдың һәр миҙгелендә, ниндәй һауа торошо һәм ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, һәр кешенең йәшәү сифатын яҡшыртыуға күп көс һалаһығыҙ.
Оло рәхмәт һүҙҙәрен йәштәр өсөн һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө булған, үҙ тәжрибәһе, белеме менән уртаҡлашыусы ветерандарға ла еткерге килә.
Һеҙгә, хөрмәтле энергетиктар, сәләмәтлек, именлек, уңыштар, объекттарығыҙҙың ышаныслы һәм аварияһыҙ эшләп тороуын теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: