-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 11:35

Йылға йомғаҡ яһалды Владимир Путин тура бәйләнеш үткәрҙе

Уҙған аҙнала тура эфирҙа ил Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы үтте. Унда ағымдағы йылға йомғаҡ яһалды.

Тәүге һорауҙар йылға дөйөм йомғаҡтар һәм һаулыҡ һаҡлау системаһына бәйле булды. Шулай уҡ коронавирустан вакцина етештереү, табиптарға түләүҙәр һәм башҡа һорауҙар бирелде.
Төп тезистарға килгәндә, Путин илдә пандемияға бәйле локдаун (ойошма-учреждение, предприятиелар эшмәкәрлеге сикләнеүе) булмаясағын белдерҙе. Ил башлығы ярты йыл эсендә илдә коронавирус менән бәйле хәл яҡшы яҡҡа үҙгәреренә иҫәп тотоуын билдәләне. 2021 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә һаулыҡ һағының беренсел звеноһын реформалау башлана. Был маҡсатҡа бюджеттан 550 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Башҡортостан реформаға 2025 йылға тиклем федераль бюджеттан 15,6 млрд һум алыр тип көтөлә. Республика программаһы тәү сиратта 50 меңдән әҙерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарға иғтибар итә. Программа сиктәрендә республикала 11 поликлиника, 6 участка һәм 1 район дауаханаһы, 21 офис, 42 табип амбулаторияһы һәм 456 ФАП төҙөләсәк, 2 поликлиника реконструкцияланасаҡ. 4 үҙәк район һәм 11 участка дауаханаһына, 48 поликлиника, 20 амбулатория һәм 2 ФАП-ҡа капиталь ремонт үтәсәк. Шулай уҡ модернизация программаһына ярашлы медицина техникаһы менән йыһазландырыу ҡарала.
Иҡтисад
Путин 2021 йылда ил иҡтисадының ыңғай күрһәткестәренә иҫәп тотоуын белдерҙе. Президент әйтеүенсә, хөкүмәт, минималь эш хаҡы йәшәү минимумынан кәм булырға тейеш түгел, тигән ҡарарға килгән. “Бюджет сикләүҙәре арҡаһында башҡа һөнәрҙәрҙең эш хаҡын күтәрә алманыҡ. Быны эшләйәсәкбеҙ, – тине ул. - Пандемия ваҡытында граждандарға ярҙамға 838 млрд һум йүнәлттек. Был аҡсаларҙы зыян күргән өлкәләргә йүнәлтергә мәжбүр булдыҡ".
Үҙмәшғүлдәргә өҫтәлмә ярҙам күрһәтелә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда улар өсөн махсус “Һөнәри килем һалымы” тип аталған һалым режимы индерелде. Уны түләүселәргә “Минең һалымым” мобиль ҡушымтаһында бер МРОТ күләмендә өҫтәлмә бонус яҙыла. Ул 2020 йылда автоматик рәүештә һалым өсөн тотоласаҡ. Бонус һөнәри килем алыусы булараҡ теркәлгән бөтә үҙмәшғүлдәргә лә түләнә. Бынан тыш бөтә үҙмәшғүлдәргә лә 2019 йыл өсөн түләнгән һалым күләмендә субсидия түләнәсәк.
Путин әйтеүенсә, сиктәрҙе ябыу эске туризм үҫешенә яңы мөмкинлектәр аса. “Беҙҙең граждандар эске туризмдың мөмкинселектәре, был йүнәлештәге дәүләт ярҙамы менән файҙаланыуын теләр инем, – тине президент. 2021 йылда туристик кэшбек программаһы дауам итәсәк. Был маҡсатҡа 15 млрд һум ҡаралған, 1,2 млрд һум үҙләштерелгән. Башҡортостанда эске туризм үҫешенә гранттар конкурсында ҡатнашып, эшҡыуарҙар 3 млн һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә. Быйыл социаль туризмға иғтибар артты. Мәҫәлән, быйыл өлкән быуын өсөн “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” тип аталған проект старт алды.
Социаль өлкә
Социаль өлкәгә ҡағылышлы ил етәксеһе 7 йәшкә тиклемге балалары булған бөтә ғаиләләргә бишәр мең һум түләнәсәген, был аҡса ғаиләләге һәр балаға бирелеүе тураһында белдерҙе.
2021 йылдың аҙағына 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙа ла универсаль бәйләнеш системаһы булырға тейеш. Бөтә мәктәптәрҙе лә юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырыу ҡарала. Илдә 2025 йылға газ селтәренә тоташтырыу мөмкинлеге булған тораҡ пункттарҙың 90 процентында газ үтәсәк. Шулай уҡ властарҙың аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы контролдә тотасағы ла билдәләнде.
Киләһе йылда пенсия 6,3 процентҡа индексацияланасаҡ. Дистанциялы уҡыуға бәйле ҡайһы бер уҡыу йорттарында түләүҙәр кәмергә мөмкин. Тышҡы сәйәсәткә килгәндә, “беҙ һәр ваҡыт диалогҡа һәм килешеүҙәргә әҙербеҙ”, тине В.Путин.
Читайте нас: