+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2020, 15:35

Яна Ғәббәсова - «Голос-9» шоуының финалында

17 йәшлек Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова Беренсе каналдың «Голос-9» проектының финалына сыҡты.

17 йәшлек Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова Беренсе каналдың «Голос-9» проектының финалына сыҡты.
Ярымфиналда ҡыҙ Ирина Дубцованың «О нем» йырын башҡарҙы. Һүҙҙәрен һәм көйөн Дубцова үҙе яҙған.
Остазы, Рәсәй йырсыһы Полина Гагарина үҙенең 60 процентын Янаға тапшырҙы. Яҡташыбыҙ тамашасыларҙың да 60 процент тауышын йыйҙы.
Телетамашасылар һайлағансы, Яна Ғәббәсова һәм Кирилл Суслов Рәсәй йырсыһы, музыкант, композитор Григорий Лепс менән «Вьюга» йырын башҡарҙы.
Финал 30 декабрҙә Беренсе каналдың тура эфирында була.
Башинформ.
Читайте нас: