-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 20:05

Башҡортса тиҙәйткестәр конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған #БашҡортсаТиҙәйткестәр онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды.

Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған #БашҡортсаТиҙәйткестәр онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды.
Тауыш биреү аҙна буйына дауам итте, уның йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Беренсе урынды Бөрйән районынан Ирхан, Наҙгөл һәм Ихсан Үтәбаевтар яуланы. Икенсе урынды Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм Баймаҡ районынан Алһыу Рафиҡова бүлеште. Өсөнсө урында – Баймаҡ районынан Ынйы Әпсәләмова, Өфөнән Асель Баҙранова һәм Сибайҙан Арсен Латипов.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәр һәм номинанттар аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика Башлығы иғлан иткән Башҡорт теле йылында, башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн бик күп үҙенсәлекле проекттар ойошторолдо. Атап әйткәндә, «Башҡорт теле: яңы ҡараш – 2» веб-ҡушымталарҙың исем туйы, Башҡорт теле көнөнә арналған «Vibeргә» интернет-конкурсы, мәктәп уҡыусылары, профессиональ һәм юғары белем биреү ойошмалары студенттары араһында «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсы уҙҙы.
Башинформ.
Читайте нас в