Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле, водителдәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын һаҡларға, хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға, тәртипһеҙ хәрәкәт итеүҙән тыйылырға һәм ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа саҡыра. Ҡар яуғанда тиҙлекте минимумға тиклем кәметеү хәйерле, сөнки хәүеф килеп тыуғанда юл-транспорт хәлен кисектереү мөмкин буласаҡ. Иң яҡшыһы – бындай көндө автомобилдә йөрөүҙән тыйылып тороу.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә һәм йәйәүлеләргә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын тулыһынса үтәүҙе кәңәш итә – быға кешенең ғүмере һәм һаулығы бәйле.
Юлда ауыр хәлгә ҡалған водителдәр һәм башҡа ҡатнашыусылар ярҙам һорап Дәүләт инспекцияһы бүлексәләренә мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәткәрҙәр ярҙам күрһәтергә тырышасаҡ, кәрәк булғанда техник хеҙмәттәрҙе һәм эвакуатор саҡырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Өфө буйынса дежур бүлеге телефоны – 8 347 237-02-02, Башҡортостан буйынса 8 347 235-84-02.
Шулай уҡ “Приуралье” юл идаралығының бойороҡ актына ярашлы, бөгөн федераль тәғәйенләнештәге Р-240 Өфө–Ырымбур юлының 60 – 112 километр арауығында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк автомобилдәре хәрәкәте ваҡытлыса, киске сәғәт унға тиклем, сикләнде. Әле юлда таҙарталар, махсус техника эшләй. Р-240 трассаһының 67, 94 һәм 111 километрында йылыныу пункттары булдырылған. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы күҙәтеүе аҫтында. Оператив штаб эшләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә лә буран, боҙлауыҡ, көрт, секундына 18 метр тиҙлегендә ел булған һауа торошо һаҡланасаҡ.