-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 21:25

Маҡсаттар тормошҡа ашырылған

2019 йылдан Башҡортостан “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында ҡатнаша. Төбәк проекты күрһәткестәре буйынса 2020 йылға ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырған.

2019 йылдан Башҡортостан “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында ҡатнаша. Төбәк проекты күрһәткестәре буйынса 2020 йылға ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырған.
“2024 йылға 100 процент нисбәттә урмандарҙы сығарыуҙы һәм ҡайтанан етештереүҙе тәьмин итеү” – “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының төп маҡсатлы күрһәткесе. Ағымдағы йылда был күрһәткес арттырып үтәлгән: урмандарҙы сығарыу һәм ҡайтанан етештереү нисбәте планлаштырылған 97,3-тән 106,5 процент тәшкил иткән. Әйткәндәй, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
Урмандарҙы тергеҙеү эше “Урмандарҙы һаҡлау” проектында ҡаралған 14,2 мең гектарҙан 14,9 мең гектар майҙан тәшкил иткән. Был эш Йылайыр, Белорет, Ҡариҙел, Баймаҡ, Бөрйән, йәғни урман күберәк әҙерләнгән райондарҙа күберәк күләмдә “йәшел ҡалҡан” тергеҙелгән.
Читайте нас: