+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2021, 19:45

“Халыҡ мәнфәғәтендә эшләйәсәкмен”

30 декабрҙә муниципаль район Советының сираттағы 6-сы ултырышы булып үтте.

Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксе-һе урынбаҫары И.Р.Әхмәтвәлиев, муниципаль берәмектәр менән эшләү Идаралығы урындағы үҙидара
органдары менән эшләү бүлеге баш кәңәшсеһе А.Ф.Маликов, онланй рәүештә Фән һәм мәғариф министры А.В.Хажин, Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы Идаралығы начальнигы О.В.Полстовалов, район прокуроры Р.Р.Раянов, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Ултырышта контракт буйынса хакимиәт башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды. Район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов ултырышты асып, унда ҡатнашыусы рәсми вәкилдәр менән таныштырҙы. Артабан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары И.Р.Әхмәтвәлиев сығыш яһаны. Конкурс комиссияһы ултырышында район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә талаптарға тулыһынса яуап биргән ике кандидатты: Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовты һәм Рәмил Рафаил улы Әхмәтовты тәҡдим итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ф.Ф.Сыңғыҙов өсөн комиссияның 6 ағзаһының 6-һы, Р.Әхмәтов өсөн 4-һе тауыш биргән. Район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов күпселек тауыш менән район хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидатты – Ф.Ф.Сыңғыҙовтың кандидатураһын тауышҡа ҡуйҙы. 16 депутаттың барыһы ла ыңғай тауыш бирҙе. Муниципаль район Советының Ф.Ф.Сыңғыҙовты район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһындағы ҡарары бер тауыштан ҡабул ителде. Ф.Һ.Зәйнетдинов Фәнзил Фәйез улын район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе менән ҡотланы.
Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов сығышында үҙенә күрһәтелгән оло ышаныс өсөн республика етәкселегенә һәм район депутаттарына рәхмәт белдерҙе, район һәм уның халҡы мәнфәғәтендә тулы көсөнә, асыҡ һәм намыҫлы эшләргә вәғәҙә бирҙе.
Читайте нас: