+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2021, 22:15

Бер юлы өс спорт сараһы үтте

6 ғинуарҙа – Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнөндә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Яңы йыл ғаилә спорт байрамы” үтте. Унда 6 ғаилә ҡатнашты.

6 ғинуарҙа – Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнөндә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Яңы йыл ғаилә спорт байрамы” үтте. Унда 6 ғаилә ҡатнашты.
Еңеүселәр эстафеталарҙағы балдарҙы ҡушып билдәләнде.Хәбибуллиндар (КБГИ) – беренсе, Алтынбаевтар (1-се мәктәп) – икенсе, Ишмөхәмәтовтар (1-се мәктәп) өсөнсө урындарҙы яуланы. Улар миҙалдар, грамоталар һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының иҫтәлекле бүләктәре менән бүләкләнде.
“Спорт һәм сәләмәтлек” ун көнлөгө сиктәрендә уҙған спорт сараларының береһе – “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән йөҙөү буйынса район беренселеге булды.
Йөҙөүселәр 25 м-ҙан алып 100 метрға тиклем оҙонлоҡта уҙышты. Төрлө йәштәге йөҙөүселәр сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығып, спорт менән шөғөлләнеү һаулыҡты ла, рухты ла нығытыуына тағы ла бер тапҡыр инандылар.
Шул уҡ көндә ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса район турниры үтте. Ярыш бик сәмле барҙы. Командаларҙың берҙәм уйыны һәм еңеүгә ынтылышы турнирҙы ҡыҙыҡлы итте. Һөҙөмтәләргә килгәндә, “Ветерандар” командаһы – 1-се, “Бурлы”лар – 2-се, “Йәштәр” командаһы 3-сө урындарҙы алды. Уларға миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.
Читайте нас: