+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2021, 16:45

Сәләмәтлек артынан - саңғыла!

Ғафури районында “Спорт һәм сәләмәтлек” айлығы сиктәрендә саралар дауам итә.

Ғафури районында “Спорт һәм сәләмәтлек” айлығы сиктәрендә саралар дауам итә.
7 ғинуар көндө Красноусолда күптән инде матур йолаға әүерелгән Раштыуа саңғы ярыштары үтте. Төрлө йәш төркөмдәре буйынса саңғысыларға 2 һәм 5 км дистанцияны үтергә кәрәк ине. Алдан әҙерләнгән трасса һәм һәйбәт һауа торошо ярышта ҡатнашыусыларға яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирҙе.
Еңеүселәр миҙалдарға һәм район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлегенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Саңғы ярышы барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп уҙғарылды. Спортсылар унан яҡшы кәйеф, ыңғай тәьҫораттар алып таралды.
Читайте нас: