Родинала мәктәп асылғас, Дубровка ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәп ябыла һәм күрше тирә-яҡ Цапаловка, Дубровка, Красный Пахарь ауылдарынан “Победа” колхозының автобусы уҡыусыларҙы Родинаға йөрөтә башлай. Хатта Игенйылға ауылынан да өс уҡыусы килә (күрәһең, русса өйрәнгеләре килгәндер). Был ваҡыттарҙа уҡыусылар һаны 200-гә барып етә, параллель кластар ҙа була.
Беҙҙең күршебеҙ Надежда Александровна Соколова - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Улар тормош иптәше Константин Александрович Соколов менән мәктәптең асылған ваҡытынан уҡ эшләйҙәр. Быға тиклем улар Дубровка ауылында уҡытһа, Родинала мәктәп асылғас, өй һатып алып күсеп киләләр. Надежда Адександровна һөйләүенсә, мәктәптең тәүге директоры Хәлит Ғиниәт улы Ҡаһарманов була, унан һуң Воронеж институтынан йүнәлтмә менән И.Г.Федяинов килә. Уның менән бергә килгән А.И.Антипин математиканан уҡыта. Башланғыс класс уҡытыусылары булып Лидия Ипатьевна Рогачева, Таисия Ивановна Рогачева, Александра Георгиевна Смоленцева, Фәүзиә Мәжит ҡыҙы Әйүпова эшләй. Рус теленән Н.А.Соколова һәм А.Н.Шабалина уҡытһа, математиканан М.С.Пименева, тарихтан һәм хеҙмәттән К.А.Соколов, химиянан Б.В.Домрачев, инглиз теленән В.П.Беспалова, физкультуранан һәм географиянан Г.Х.Әйүпов белем бирә. Федяиновтан һуң мәктәп директоры Е.М.Пирогов була. Унан һуң Р.Х.Хәбибуллин эшләй. Ул ваҡыттарҙа мәктәп гөрләп тора. Тора-бара Родина мәктәбен урта мәктәпкә әйләндерәләр.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар районда барған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Уҡыусылар Татар Саскүле уҡыусылары менән көс һынашып, ярышып уҡыйҙар. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ағзалары район үҙәгенә йыш сығыш яһарға бара, смотрҙарҙа ҡатнаша, уҡыусылар туристик юлламалар менән Өфөгә, Мәскәүгә иҫтәлекле урындарҙы күрергә йөрөйҙәр. Шулай уҡ өлкән класс уҡыусылары Ҡазан, Ульяновск ҡалаларына ла сәйәхәткә бара. Мәктәп Родина совхозына мал сөгөлдөрө үҫтереп, йыйып алырға ярҙам итә һәм эш хаҡы аҡсаһына бер төркөм уҡыусылар уҡытыусылар оҙатыуында Украинаға Киев ҡалаһына экскурсияға бара.
Яйлап уҡытыусылар коллективы ла йәшәрә. Эшкә Пименеваның ҡыҙы Н.А.Шапошникова, Ә.Ә.Вәлиев ҡатыны Людмила Васильевна менән, Л.В.Вечерина килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Әғләм Әкрәм улы Вәлиев мәктәпте етәкләй. Унан һуң директор булып В.Х.Басариев һәм Р.Н.Кинйәбаев эшләне. Йәштәрҙән Ф.В.Мәҡсүтова, З.Ф.Вәлиева, Г.К.Нафиҡова, Р.М.Ишмөхәмәтова уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусылары була. Башланғыс кластарҙы уҡытырға Г.З.Яҡупова, Е.И.Иванова килә. Эйе, ул саҡтарҙа мәктәп гөрләп торҙо.
Мин Родина совхозына 1975 йылда килен булып төштөм, ул саҡта мәктәп төҙөлөүгә бары биш йыл ғына уҙған булған. Минең ике ҡыҙым да Родина мәктәбендә белем алдылар, ул саҡта Родина мәктәбе урта мәктәп ине. Киске мәктәп тә эшләне ул йылдарҙа, 8 класс белемлеләр киске мәктәпкә йөрөп, урта белемгә эйә булды.
Яйлап уҡыусылар һаны әҙәйә башланы, сөнки ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын ни сәбәптәндер Красноусол мәктәбенә йөрөтә башланы. Балалар һаны кәмей башлағас, мәктәп тәүҙә 9 йыллыҡ, унан һуң тулы булмаған урта мәктәп булып, 2018 йылдан “ҡулайлаштырыу” тоҙағына эләгеп, башланғыс мәктәп итеп ҡалдырылды. Уҡыусы балаларҙы Красноусолдағы 2-се һәм 1-се мәктәптәрҙең автобустары көн дә район үҙәгенә ташый. Хәҙерге ваҡытта ул Красноусолдағы 2-се мәктәп филиалы - Родина башланғыс мәктәбе булып эшләһә лә, статусы элеккесә ҡалған. Шулай булғас, ауыл халҡы мәктәптең ҡабатлап үҙ хоҡуғы менән эшләп китеүенә өмөтөн өҙмәй. Мәктәптә ҡулайлаштырыу алдынан ғына капиталь ремонт үткәрелеп, пластик тәҙрәләр ҡуйылды, балаларҙы ашатырға ашхана төкәтелеп эшләнгән ине. Мәктәп китапханаһы ла матур хәлдә.
Мәшһүр шәхестәр сыҡмаһа ла, 50 йыл буйына Родина мәктәбе үҙ ҡанаты аҫтынан бик күп уҡыусылар осорҙо. Улар юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарын тамамлап, халыҡ хужалығының төрлө өлкәләрендә тырышып хеҙмәт итә. Район үҙәгендәге танылған эшҡыуарҙар - бер туған Дамир һәм Марс Хәйруллиндар ҙа Родина мәктәбе уҡыусылары. Чечен боларышында хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булған Ринат Мостафинға иҫтәлекле таҡтаташ асылып, мәктәптә эленеп тора.
Әлеге ваҡытта мәктәптә башланғыс кластарҙа 17 уҡыусы белем ала, ике уҡытыусы: Гөлшат Яҡупова һәм Аҡсәскә Ғәбдиева уларға белем бирә. 2-се мәктәп директоры Марат Раил улы Басиров - Родина мәктәбендә лә етәксе. Шулай уҡ йыйыштырыусылар, ашнаҡсы һәм ҡарауылсылар бар. Бына ошондай хәлдә ҡаршыланы үҙенең 50 йәшен беҙҙең мәктәбебеҙ, өҫтәүенә пандемия...
Тик беҙ мәктәбебеҙҙе оло шатлыҡтан мәхрүм ҡалдырманыҡ, уның 50 йәшен “Родина хәбәрҙәре” төркөмөндә онлайн тәртиптә үткәрҙек. Бик күп уҡыусылар үҙҙәренең ҡотлауҙарын яҙҙы, йылы һүҙҙәрен әйтте, мәктәп йылдарының иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, видео-клиптар ҙа эшләп һалдылар. Байрам аҙағында ошо мәктәпте бергә тамамлаған класташтар йышыраҡ осрашырға, күмәкләшеп йыйылған саҡта мәктәпте лә күреп, үҙҙәре уҡыған кластарға кереп сығырға һөйләштеләр.
Мәҡәләм аҙағында ауылыбыҙ мәктәбен барлыҡ сығарылыш уҡыусылары һәм ауыл халҡы исеменән 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлайым! Уҡыусыларға яҡшы билдәләргә уҡыуҙарын, уҡытыусыларға уларға түҙемле белем биреүҙәрен теләйем. Ә мәктәбебеҙ киләсәктә, балалар һаны артып, оло ҡыуаныс кисерһен.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-АЛТЫНБИКӘ.
Родина ауылы.