+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 12:50

Премияға лайыҡ булдылар

Йылдың-йылы Башҡортостан уҡыусылары республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашып, ҙур уңыштарға ирешеп килә.

“Мәғариф” милли проекты буйынса Башҡортостанда уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәктәп уҡыусыларына ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙ уҡыусыларын – олимпиада һәм интеллектуаль конкурста еңеүсе уҡыусыларҙы, шулай уҡ олимпиадаға әҙерләүсе уҡытыусыларҙы премия менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. 120 мең һумдан алып 60 мең һумға ҡәҙәр премиялар Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеү яулаған 29 уҡыусыға тапшырыласаҡ. Тағы ла 395 уҡыусы 10 мең һумдан алып 60 мең һумға ҡәҙәр премия аласаҡ.
Ошо бүләкләнеүселәр иҫәбендә беҙҙең район уҡыусыһы һәм уҡытыусыһы булыуы ҙур шатлыҡ. Улар - Нияз Мәжитов исемендәге Красно-усол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина менән 10-сы класс уҡыусыһы Гөлнур Ибәтуллина.
“Яңы йыл алдынан ишеткән был шатлыҡлы хәбәр беҙҙе бер аҙ тулҡынландырҙы, ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге юҡ. Тыуған илебеҙ һәр ваҡыт алға барһын, күк йөҙөбөҙ тыныс, сәләмәтлегебеҙ ныҡ булһын”, - ти, уҡытыусы менән уҡыусы был шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашып.
Бүләкләнеүселәрҙе ҡотлап, теләктәрегеҙ ҡабул булһын, алда ла уңыштарығыҙ күп булһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: