+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 12:10

13 ғинуарҙа ил Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй

Бөгөн, 13 ғинуарҙа, ил Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Был көндә баҫма, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт сараларының бөтә мөхәррирҙәре, журналистары һәм фотографтары ҡотлауҙар ҡабул итә.

Бөгөн, 13 ғинуарҙа, ил Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Был көндә баҫма, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт сараларының бөтә мөхәррирҙәре, журналистары һәм фотографтары ҡотлауҙар ҡабул итә.
Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған. Тап ошо көндә Рәсәйҙең беренсе даими гәзите – «Ведомости» үҙ эшен башлай. Мөхәррире Петр I була.
Башҡортостанда хәҙерге көндә көн һайын республика тормошон яҡтыртҡан бер нисә тиҫтә редакция бар. Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен төрлө грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләү ҡабул ителгән.
Читайте нас: