-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 21:55

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул ителә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы комиссия балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул итә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы комиссия балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул итә. Премия үҫеп килеүсе быуынға рухи-әхлаҡи hәм илһөйәрлек тәрбиәhе биреүгә ҙур өлөш индергән өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Конкурсҡа кәмендә бер йыл элек айырым китап итеп сығарылған, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки башҡа ысул менән нәшер ителгән әҫәрҙәр ҡабул ителә. Ҡатнашырға хоҡуҡлы эштәр исемлеге республика киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыға. Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө, Революция урамы, 18, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75. Конкурс тураһында положение менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас в