+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 16:20

Мәрхәмәтлек акцияһы үтте

Иҫкесә Яңы йыл алдынан республиканың Профсоюздар федерацияһы 2021 йыл алдынан башланған мәрхәмәтлек акцияһын дауам итте.Декабрҙә йәмәғәт ойошмалары “ҡыҙыл зонала” эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре баларына 4000-дән ашыу бүләк әҙерләне. Профсоюз ойошмаһы ла был акцияла 1000-дән артығыраҡ бүләк әҙерләп ҡатнашты.

Иҫкесә Яңы йыл алдынан республиканың Профсоюздар федерацияһы 2021 йыл алдынан башланған мәрхәмәтлек акцияһын дауам итте.
Декабрҙә йәмәғәт ойошмалары “ҡыҙыл зонала” эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре баларына 4000-дән ашыу бүләк әҙерләне. Профсоюз ойошмаһы ла был акцияла 1000-дән артығыраҡ бүләк әҙерләп ҡатнашты.
Ҡышҡы каникулдар ваҡытында профсоюз ойошмаһының Йәштәр советы “Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы” мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә 1000-дән ашыу уйынсыҡ һәм мәктәп кәрәк-ярағы йыйып, Республика клиник балалар дауаханаһында дауаланыусы балаларға тапшырҙы.
Шулай уҡ бүләктәр ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған һөнәри колледж студенттарына ла таратылған. Профсоюэдар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко ҡулынан Республика йоғошло ауырыуҙар балалар дауаханаһында коронавирустан дауаланыусы пациенттар ҙа татлы бүләктәр алды.
Читайте нас: