-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 11:50

Тәүге шыршы байрамы (хикәйә)

Күп балалы Миңлегөл еңгә, Миңзилә ҡыҙының ҡотҡоһона бирелеп, быйыл Шыршы байрамын үҙҙәренең өйҙәрендә, бәләкәстәре өсөн генә, үткәрергә булып китте.- Булғас-булғас - булһын инде, ауылдың балаларын да саҡырайыҡ, - тип ире менән кәңәшләште ул.


Күп балалы Миңлегөл еңгә, Миңзилә ҡыҙының ҡотҡоһона бирелеп, быйыл Шыршы байрамын үҙҙәренең өйҙәрендә, бәләкәстәре өсөн генә, үткәрергә булып китте.
- Булғас-булғас - булһын инде, ауылдың балаларын да саҡырайыҡ, - тип ире менән кәңәшләште ул.
- Бер күңел асырҙар балалары, - тип ҡуш ҡуллап риза булды балалары өсөн йәнен бирергә әҙер аталары.
Олораҡ балалары ла дәррәү күтәреп алғас: «Улары ла һаман бала бит инде - ҡыҙыҡ булыр!» - тип ҡыуанды тырыш, булдыҡлы, мул ҡуллы Кашбулла.
Мәләүез ҡалаһында эшләй башлаған Миңзилә ҡыҙы ике ҙур сумка тултырып тәм-том алып ҡайтҡан: ул кәнфит - печеньеның нисә төрө, батон-булкалар тиһеңме?! Кинәнде туғандары.
- Аллаға шөкөр, өс балаһы ла эшләй башлап, хәҙер шөйлә генә ярҙамдары тейә ғаиләгә, - тип һөйөндө Миңлегөл еңгә.
Элек ауылдарында клуб булып, бөтә байрамдар, йыйылыштар шунда үтә ине. Уҡытыусылары Әнисә апалары һәр байрамға балаларҙы ойоштороп, матур концерт әҙерләй торғайны. Ауыл халҡы бигерәк тә Яңы йыл байрамын көтөп ала: иң тәүҙә бәләкәй балалар һөнәрҙәрен күрһәтһә, шунан ҙур кластарҙа уҡығандар берәй ҡыҙыҡ спектакль сәхнәләштерә, шунан ололар сәхнәлә төрлө йырҙар башҡаралар, ә йәштәр таң атҡансы бейеп, вальс әйләнеп күңел аса. Хәҙер оло кластар күрше ауылға йөрөп уҡыйҙар ҙа, Шыршы байрамдары ла шунда мәктәптә үтә. Ә ауылда уҡыған бәләкәй балалары һуңғы йылдарҙа телевизорҙан ғына ҡарайҙар, шуға ла нисектер етемһерәп ҡалғандай улар…
Оло улдары Наил кистән үк саңғы менән йыраҡтағы Йәймәр урманынан ваҡ ҡына йәшел энәле бик күркәм шыршыны алып ҡайтып, төбөнә таҡтанан йәтмә эшләп, әҙерләп тә ҡуйҙы.
Байрамдың ҡыҙығы - эҫе мәлендә. 31 декабрь өй эсе гөж килде: кемдер шыршы биҙәй, уйынсыҡтарҙы Миңзилә ҡыҙы Эстәрлелә уҡып йөрөгәнендә үк ташығайны, кемдер эс - бауырҙан пирожки бешерә, кемдер балыҡ ҡыҙҙыра. Ә аласыҡтағы ҡаҙанда ҡаҙ ҡайнай.
- Эх, еҫтәре! Ауыҙҙан һыуҙар килә!
Бына бөтә нәмә әҙер! Шыршы - төп ҡунаҡ бөгөн. Бөтәһенең дә кәйефе- күтәренке. Күңелле!
- Йәгеҙ әле, балалар, үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙҙы саҡырып ҡайтығыҙ бөгөнгө Яңы йыл байрамына, - тине әсәһе.
- Өйҙә Шыршы байрамын үткәрәләрме икән ни, - тип ныҡ ғәжәпләнгән балалар бер аҙҙан шаптыр - шоптор атлап, аяҡтарын ҡаға - ҡаға килеп инде.
- Һаумыһығыҙ! - тинеләр улар ояла-ояла.
- Әйҙүк- әйҙүк! Әйҙәгеҙ - әйҙәгеҙ, түргә үтегеҙ, балалар! - тип йылмайып ҡаршы алды ҡунаҡсыл Миңлегөл еңгә.
Ауылдарында барыһы ла был ғаиләне хөрмәт итә, уларға килергә атлығып тора, сөнки киң күңеллеләр: ашарға һәр ваҡыт өҫтәлдә тәмле әпәй, бал, ҡайнап торған самауыры борхоп ултыра. Балалар түр яҡҡа уҙҙылар.
- Аһ! Бүлмәнең уртаһында люстранан төшкән ут яҡтыһында емелдәшкән уйынсыҡтары менән күҙҙең яуын алып "әкиәт шыршыһы" тора! Бындайҙы телевизорҙан ғына күргән балалар торғаны бер мөғжизәгә иҫтәре китеп хайран ҡалдылар. Быяланан эшләнгән буяуҙары ялтырап торған төрлө-төрлө фигуралы тәтәйҙәрҙе ҡурҡа - ҡурҡа тотоп - тотоп ҡаранылар улар. Шул арала әллә ҡайҙан ишетеп, саҡырылмаған балалар ҙа килеп тулды. Инде яландай өй эсенә лә һыйып та булмай! Шуға ла балаларҙы шыршы тирәләй ике ҡатлы түңәрәккә теҙеп баҫтырҙылар ҙа, Нәзирә апайҙары оҫта ғына итеп гармунда уйнап, шыршы тирәләй бейетте, йырлатты. Яйлап балалар асылып киттеләр, рәхәтләнеп иркенләп күңел астылар.
- Ниндәй Яңы йыл Ҡыш бабайһыҙ булһын инде?! - Бүләкһеҙ?
Әлеге лә баяғы Миңзилә апайҙары атаһының оҙон толобон әйләндереп кейеп алды, башына бүрек, аяғына быйма, битен иннек менән ҡыҙартып, ап - аҡ мамыҡтан һаҡал - мыйығын ҡуйҙы ла ишек туҡылдатып килеп керҙе.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Барыһының да күҙе дүрт булды.
- Һаумы, Ҡыш бабай! - тип баҫалҡы ғына иҫәнләштеләр, шул тиклем аптырашҡан балалар.
- Мин һеҙгә йыраҡтан,
Төньяҡтан елдем,
Селлә һыуыҡтар,
Бурандар алып килдем! Шунан Ҡыш бабайҙың ысынлап байрамға килгәненә ышанғас, шатланып һикерешә, сәпәкәй итә башланылар, кемдер хатта ҡурҡып шымып ҡалды.
- Һеҙҙә бөгөн байрам икән, миңә бына телеграмма килде.
-Әйҙәгеҙ, бергәләп йырлап - бейеп алайыҡ, һөнәрҙәребеҙҙе күрһәтәйек.
Ҡыш бабайҙы күреү шатлыҡтарынан ҡыйыуланып киткән балалар күмәкләшеп тағын бейеп - йырлап, шиғыр һөйләп алдылар. Байрам аҙағында Ҡыш бабай күстәнәстәр ҙә таратҡас, бәләкәстәрҙең иҫтәре китте - "ысын Ҡыш бабай" бирә ләһә, шатлыҡтары эстәренә һыйманы. Аҙаҡтан Ҡыш бабайҙы ла арытҡансы бейетеп, башҡа байрамдарға ла "оҙатҡас", уңған Миңлегөл еңгә бөтә балаларҙы ла оҙон өҫтәл артына теҙеп ултыртып, фил төшкән тәмле һинд сәйенә мәтрүшкә сәскәһен ҡушып бешерелгән һөтлө сәйе, балы - майы, ауыҙҙа ирерлек пирожкилары менән һыйланы. Ҡунаҡтарҙың һаман да бик оҙаҡ ҡайтҡылары килмәй торҙо. Улар тағы оло яҡҡа сығып, шыршы тирәһендә йөрөп килделәр: бер йылҡылдап торған тәтәйҙәр менән биҙәлгән шыршыға, бер ҡулдарындағы күстәнәстәргә ҡаранылар ҙа, күңелдәре булып таралыштылар...
Был әкиәти байрам бөтәһенә лә шул тиклем оҡшаны, һәр Яңы йыл һайын ауылдаштары бик оҙаҡ йылдар буйы иҫкә төшөрөп һөйләнеләр ҙә һөйләнеләр. Тағы ла Яңы йылдар, шыршы байрамдары булды, ләкин иң ҡәҙерлеһе - ошо беренсеһе ине...
Ә кисен бөтә ғаилә: ата-әсәһе үҙҙәренең ун балаһын ике пар ҡанат аҫтына алып, бәрәкәтле йылы ҡыйыҡ аҫтында ҙур йомро өҫтәлде уратып, ожмах һыйынан ауыҙ итеп, күңелле итеп Яңы йылды ҡаршылайҙар ине.
Авторы: Гөлназ Нафикова - Ғәбитова, Ғафури районы, Урта-Үтәш ауылы.
Читайте нас: