+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 11:30

“Күңелем ынйылары”

Саҡ мейестән сыҡҡан татлы икмәк һымаҡ, буяу еҫтәре лә кибеп бөтмәгән яңы китапты ҡулға алыу ҙа илаһи күренеш. Бөтә ҡарашыңды шуға төбәп, “Бисмилла” әйтеп, тиҙерәк уҡырға керешәһең. Ошо көндәрҙә ҡыштың һалҡын көндәрендә күңелгә йылылыҡ өҫтәп, Ерек ауылында йәшәүсе Миңтимер Сибәғәт улы Кәримовтың “Күңелем ынйылары” тип аталған китабы донъя күрҙе.

Ул 1942 йылдың 6 ғинуарында Башҡортостандың географик үҙәге булған ауылда тыуған. Атаһы һуғышта вафат була, инәһе Ғәлимә Ширияздан ҡыҙы тәрбиәһендә үҫә ул. 2016 йылда “Йырым булһын бүләккә” исемле шиғри йыйынтығы баҫылып сыға. Бер нисә авторҙың шиғырҙары менән бергә уның ижад емештәре лә “Мағаш тауышы” исемле китапта сыҡҡан. Шиғырҙары “Табын” гәзите битендә лә даими баҫыла.
Был китапта мөхәббәт, дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәре, тыуған ергә, илгә булған һөйөү, авторҙың яҡын кешеләренә әйтер изге һүҙҙәре ярылып ята. “Йөрәгемдән һығылып сыҡҡан – күңелем ынйылары”, - тип яҙа автор шиғырында.
Миңтимер Сибәғәт улына ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош теләп, алда ла илһамланып ижад итеүен теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: