+17 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Января 2021, 05:40

22 ғинуарҙа Дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышы була

22 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә Дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышы була. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыуы онлайн-дискуссия форматында уҙғарыла һәм Мәғариф министрлығының YouTube-каналында, министрлыҡтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелә.

Сараның модераторы – педагогия фәндәре докторы, профессор Раил Әсәҙуллин. Министр менән һөйләшеүҙә ата-әсәләр берләшмәһе һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрына һорауҙы бер нисә ысул менән 21 ғинуарға тиклем бирергә мөмкин:
– электрон почта адресына: migranova@spbsot.ru;
– Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәре аша;
– Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советының социаль селтәрҙәре аша.
Читайте нас