8-800-347-5000 телефонына шылтыратып, республикала йәшәүселәр башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө белгестәрҙең консультацияһын тыңлай аласаҡ. Шылтыратыуҙар аноним, бушлай ҡабул ителә. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.