+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 11:55

Мораҡтарға трактор кәрәк

Күптән түгел Мораҡ ауыл биләмәһе халҡы ағымдағы йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында мәҙәниәт йортона йыйылды.

Был программала мораҡтар йыл да ҡатнаша тип әйтергә була. 2019 йылда, мәҫәлән, конкурста еңеүгә өлгәшеп, Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортона яңы аппаратура алдылар, ял итеү майҙансығы булдырҙылар. 2020 йыл ғына уңышһыҙыраҡ булды. Шуға ла быйыл конкурста ҡатнашырға һәм мотлаҡ еңеүгә өлгәшергә тигән үҙмаҡсат ҡуйылған.
Ауыл биләмәһе башлығы С.В.Иванов йыйылыусыларға был программаның урындағы бюджеттың “көсө етмәҫтәй” бик күп мөһим проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге биреүен ентекләп аңлатты, конкурста ҡатнашыуға быйыл да заявка бирелеүен әйтте.
Фекер алышыуҙа халыҡ әүҙем ҡатнашты, төрлө тәҡдимдәр булды. Шулар араһынан Ҡарлы ауылы исеменән сығыш яһаған элекке “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Р.С.Абдуллин менән Р.Р.Усмановтың “ППМИ-21” ярҙамында ауыл биләмәһенә трактор һатып алыу иң отошлоһо буласаҡ тигән тәҡдимдәрен барыһы ла хуплап, берҙәм тауыш бирҙеләр. Мораҡтарға уңыштар теләргә генә ҡала.
Читайте нас: