-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 15:55

Дауаханала – заманса ҡоролма

“Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы Красноусол үҙәк район дауаханаһына урынлаштырылған һанлы рентген ҡоролмаһында 2 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән.

“Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы Красноусол үҙәк район дауаханаһына урынлаштырылған һанлы рентген ҡоролмаһында 2 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән.
“Диаком” һанлы рентген ҡоролмаһы дауаханаға “Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын үҙ эсенә алыусы балалар һаулыҡ һағы үҫеше” федераль проектының “Һаулыҡ һағы үҫеше” дәүләт программаһы сиктәрендә 2020 йылдың июнь айында килтерелгән. Ярты йыл эсендә 2 меңгә яҡын пациентҡа рентген тикшереүе үткәрелгән дә инде.
Дауахананың баш табибы Алик Йәнешев әйтеүенсә, был ҡоролмаға төшөрөлгән һанлы рентгенограмма, патология булған осраҡта, пациенттың электрон медицина картаһына индерелә һәм уны сирле мөрәжәғәт итәсәк бөтә табиптар ҙа ҡарай ала. Ситтән тороп консультация биргәндә был бик уңайлы ысул.
Табип-рентгенологтың рентгенограмма менән эшләү режимы (масштабты ҙурайтыу-бәләкәсәйтеү, деталләштереү, контрастты көсәйтеү) сифатһыҙ снимоктар процентын кәметә. Рентген һүрәтен һирәгерәк ҡабатлап төшөрөргә мөмкинлек бирә, пациенттар әҙерәк нурланыш ала һәм ваҡытын сарыф итмәй.
#миллипроекттар
Читайте нас: