+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 18:20

Модала – башҡорт кейеме

Башҡортостанда рәсми сараларҙа стилләштерелгән милли эш кейеме кейергә тәҡдим иттеләр. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн бындай кейем формаһын үҙенең күрһәтмәһендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров раҫланы.

Башҡортостанда рәсми сараларҙа стилләштерелгән милли эш кейеме кейергә тәҡдим иттеләр. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн бындай кейем формаһын үҙенең күрһәтмәһендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров раҫланы.
Ир-егеттәр өсөн костюм ҡыя иҙеүле, ярым ултырма яғалы кәзәкиндән, классик салбарҙан, шул тондағы ботинканан, күҙгә салынып бармаған биҙәкле бер төҫлө күлдәктән тора.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме оҙон еңле күлдәк йәки блузка, итәк, эшлекле пинжәк йәки жилет, камзул, шулай уҡ классик стилдәге аяҡ кейеменән тора. Ҡатын-ҡыҙҙар баҙыҡ булмаған ювелир изделиелары, бижутерия, күкрәксә йәки мунсаҡ таға ала.
Костюмды сағыу, ирекле стилдәге кейемдәр менән аралаштырып кейергә тәҡдим ителмәй.
Читайте нас: