Кисә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Ул милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда тәртип боҙоуҙарға ҡаршы эш итеүгә, шулай уҡ өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеген тьмин итеүгә арналды.
Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Ултырышты асып, Радий Хәбиров 2020 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 30,9 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 20 миллиард һум аҡса бүленеүе тураһында белдерҙе. – Иң мөһиме – беҙ уларҙы маҡсатҡа ярашлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин иттек. Быға күп йәһәттән көйлө эшебеҙ булышлыҡ итте. Квартал һайын Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле алдында отчет бирәбеҙ, шулай уҡ милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда асыҡланған етешһеҙлектәр тураһында ла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ундай хәлдәргә лә юл ҡуйыла – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ошондай тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, уларға юл ҡуймау буйынса өҫтәмә сара күрергә тейешбеҙ. Республика прокурорының беренсе урынбаҫары Александр Грязников һәм Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда законлылыҡ тураһында ентекле һөйләне. Республика Башлығы төҙөлөш тармағы эшендәге етешһеҙлектәрҙе лә телгә алды.