-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 11:50

Ҡурайсы Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. «Башҡортостандың беренсе һанлы ҡурайы» тип йөрөтөлгән музыкантҡа награданы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында артистың 65 йәшлек юбилейына арналған концерт булды. Унда филармония солистары, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Азат Айытҡоловтың ҡурайсы-коллегалары һәм уҡыусылары ҡатнашты. Юбилярҙы ҡотларға республиканың Йылайыр һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре килгәйне.
Азат Айытҡолов – Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Азат Миңлеғәле улының исеме профессиональ музыканттарға ла, моң һөйөүселәргә лә яҡшы таныш. Музыкант 1978 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-инструменталист булып эшләй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультетын етәкләй, ҡурайсыларҙың йәш быуынын оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә.
Азат Айытҡолов бик күп сит илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа Башҡортостандың милли сәнғәте менән таныштырҙы, ул республикала һәм унан ситтә уҙғарылған ҙур мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша.
Читайте нас в