Быйылдан Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексында яңы нормалар барлыҡҡа килде. Уларға ярашлы, автоһәүәҫкәрҙәрҙе иҫкәртеү йәки штраф көтә.
Мәҫәлән, һүтелгән йәки ташланған машинаны ҡалдырған өсөн 1-ҙән 3 мең һумға тиклем штраф түләттерәсәктәр.
Тыйылған урындарҙа машинаны йыуған, газондарҙағы сәскә-үлән үҫкән урындарҙа автомобилде ҡалдырғандарҙы һәм ошо биләмәләрҙе тапағандарҙы 1,5-тән 4 мең һумға тиклем штраф көтә.
Быйыл медицина тикшереүенә бәйле үҙгәрештәр ҙә бар: был процедуранан баш тартҡан ваҡытта салонда бәлиғ булмағандар бар икән, 50 мең һум күләмендә штраф түләттереүҙәре ихтимал. Бынан тыш, автомобилгә идара итеү хоҡуғынан ике-өс йылға мәхрүм итәсәктәр.
Европротокол системаһы буйынса автоһәләкәттәрҙе, зыян күргәндәрҙән тыш, рәсмиләштереү процедураһын ғәмәлгә индереү дауам итәсәк.
“ОСАГО ярҙамсыһы” мобиль ҡушымтаһы авария деталдәрен теркәп кенә ҡалмай, страховкалау компанияһына электрон рәүештә хәбәр ҙә ебәрәсәк. Быға тиклем быны шәхсән барып йәки заказ буйынса хат аша ғына эшләргә мөмкин ине.