-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 11:55

Башҡортостанда төнгө клубтар һәм барҙар асыла, студенттар офлайн уҡый башлай

Республиканың Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса штабы ултырышында ковидҡа ҡаршы йомшартыуҙар тураһында ҡарар ҡабул ителде. Атап әйткәндә, 29 ғинуарҙан Башҡортостанда төнгө клубтарға, бар-ресторандарға эшләргә рөхсәт ителде. Шулай уҡ дискотекалар һәм туйҙар уҙғарырға мөмкин, тип хәбәр итте ошо хәл менән таныш сығанаҡ.

Бынан тыш, «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға төрлө майҙансыҡтарға тамашасыларҙы индереү хаҡында үҙгәрештәр бар. Әйтәйек, хәҙер кинозалдарға — 75%, ә урамдағы концерттарға 85% тиклем билет һатырға мөмкин.
Шулай уҡ студенттар йоманан офлайн уҡый башлай. Ләкин ҡайһы бер сикләүҙәр ҡала: битлек кейеү һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн изоляция мотлаҡ.
Читайте нас в