+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2021, 19:25

Утҡа ҡаршы көрәшкә – мобиль комплекс

Районда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы дауам итә. Башланған проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға урындағы муниципалитет, ауыл халҡы һәм бағыусылар үҙ өлөшөн индерә. Инициатив төркөм башҡарған аңлатыу эштәре лә программала ҡатнашыу һәм еңеүгә ышаныс өҫтәй.

Сәйетбаба ауыл биләмәһендә лә "ППМИ-21"-ҙә ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йыйылыштар үтә. Ҡаранйылға ауылында үткән дөйөм халыҡ йыйылышы быға асыҡ дәлил. Барлыҡ һаҡланыу сараларын ҡулланып ойошторолған сараға халыҡ дәррәү йыйылды.
Ултырышта район вәкилдәре – район Советының бүлек мөдире М.Б.Йәнмырҙин һәм район хакимиәтенең хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлегенең төп инженеры Р.Ә.Ҡорманов ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, Сәйетбаба ауыл биләмәһендә был программа буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. «Беҙҙең ауыл биләмәһе был программала йыл да ҡатнаша. Халыҡ инициативаһы менән күрһәтелгән проекттар конкурс комиссияһын үтеп, еңеү яулап, күләмле социаль-иҡтисади әһәмиәтле эштәр тормошҡа ашырыла», – тине биләмә башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин.
Ҡаранйылғалар, Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған башҡа ауылдар һымаҡ уҡ, «ППМИ-2021»-гә ҡушылып, бер тауыштан янғын һүндереү машинаһы алырға ҡарар итте. Әйткәндәй, был тема Ҡаранйылға, Сәйетбаба мәктәптәре уҡыусылары эшләгән һүрәттәрҙә лә сағылыш тапҡан ине. Тимәк, быны ололар ғына түгел, балалар ҙа хуплай.
Дөрөҫ, быға тиклем дә биләмәлә янғын һүндереү машинаһы булған, тик иҫкене яңы менән сағыштырып булмай: йә ҡыҙмай, йә әленән-әле запчасть талап ителә. «Бурҙан ҡала, ут менән һыуҙан ҡалмай» тигәндәре дөрөҫ шул, күп осраҡта район үҙәгенән янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе ҡәҙерле минуттар үтә. Янғын һүндереү машинаһының мөһимлеген үҙ сығыштарында З.М.Ишмырҙин, Р.И.Мәүлетҡолов, Р.Ә.Ғәзизова билдәләп үтте.
Һөҙөмтәлә, йыйылышта халыҡ һорауы буйынса 2021 йылда "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы" ярҙамында ауыл биләмәһенә утҡа ҡаршы көрәшкә мобиль комплекс алырға ҡарар ителде. Прог-раммала ҡатнашыу өсөн финанс ресурстары билдәләнде, инициатив төркөм ағзалары һайланды.
Йыйылышта биләмә халҡынан тыш, «Ҡыҙыл таң» гәзите хеҙмәткәре, Борай район Советы вәкилдәре лә ҡатнашты. Ҡунаҡтар һәм йыйылышта ҡатнашыусылар алдында ағинәйҙәр исеменән Ф.Ә. Фәйзуллина мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре халыҡ көйҙәре һәм дәртле йыр-таҡмаҡтар башҡарҙы. Саранан һуң ҡунаҡтар Ж.Ғ. Кейекбаевтың йорт-музейында арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевтың тормошо һәм ижады менән танышты.
Римма Ишмырҙина,
Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы директоры.
Читайте нас: