12 февраль 9.00-дән 11.00 сәғәткә тиклем район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итеү була. Уны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары , "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин уҙғара.