+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 21:00

Еңеүгә өмөтләнәбеҙ

Күптән түгел Ҡурғашлы ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрҙе. Быйылғы программаға ниндәй тәҡдим менән сығырға тигән мөһим һорауға яуап эҙләнеләр.

Төрлө тәҡдимдәр булды, әммә Ҡурғашлы ауылы халҡы “МТЗ- 82” тракторын алырға тигән тәҡдимде дәррәү күтәреп алды. Ауыл старостаһы Илдус Иҙрис улы Заһиҙуллин “МТЗ-82” тракторын алған ваҡытта, ауыл халҡы өсөн яҙын, көҙөн, ҡышын ярҙамының күп буласағы тураһында һөйләп үтте. Хеҙмәт ветераны, ауылдың абруйлы инәйе Нәжиә Абдулхаҡ ҡыҙы Маннанова ла ҡыштың ҡарлы килеүен һәм Ҡурғашлы ауылында урамдарҙың күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙҙәрендә трактор булһа, юл идараһы тракторҙары килеп еткәнсе, үҙ көстәре менән таҙарта алыу мөмкинлеге тураһында ла әйтеп үтте. Ауыл биләмәһе башлығы Данил Фәрүәз улы Насиров программала еңеп сығып, юғары баһа алғанда, халыҡтан аҡса йыйыу һәм бағыусылар эҙләү кәрәклеге тураһында ентекле аңлатып үтте. Һуңғы осорҙарҙа был программала еңеүгә өлгәшмәгән ауыл халҡы ныҡлы уйлап, еңеүгә ирешәсәгенә ышанып, бер тауыштан ыңғай тауыш бирҙеләр.
7 кешенән торған инициатив төркөм һайланды, трактор алыу өсөн ҙур бәйгегә сығыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Роза Кәримова,
Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йортоноң баш
художество етәксеһе.
Читайте нас: