+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 11:45

“Сәләмәт булыу – шәп!”

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә 13 февраль 11.00 сәғәттә “Йәшлек” паркында “Сәләмәт булыу – шәп!” тип аталған мәҙәни-спорт сараһы үтә.

Сарала муниципаль этаптың һөҙөмтәләре барланасаҡ. Ошонда уҡ әүҙем спорт ғаиләләрен бүләкләү була. Район үҙәге халҡын һәм ҡунаҡтарҙы уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, “Самауырлы ритайым” һәм бай концерт программаһы көтә.
Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда 10.00 сәғәттә ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә. Шулай уҡ был көндә бер нисә спорт сараһы: “Рәсәй саңғы юлы”, скандинав йөрөшө, йөҙөү турниры һәм мини-футбол буйынса сираттағы ярыш уҙасаҡ. (+6)
Читайте нас: