+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 11:05

“Остаз” оҫтаханаһы эш башланы

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендәге гранттар конкурсында еңеп сыҡты."Остаз” мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары тәрбиәсеһенең педагогик оҫтаханаһы” тип аталған еңеүсе проекттың төп маҡсаты – 3-7 йәшлек балаларға диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүҙе ойоштороу, заманса һөнәри компетенцияларҙы ғәмәлгә индереп, башҡорт телен үҫтереү һәм танытыу.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендәге гранттар конкурсында еңеп сыҡты.
"Остаз” мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары тәрбиәсеһенең педагогик оҫтаханаһы” тип аталған еңеүсе проекттың төп маҡсаты – 3-7 йәшлек балаларға диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүҙе ойоштороу, заманса һөнәри компетенцияларҙы ғәмәлгә индереп, башҡорт телен үҫтереү һәм танытыу.
Пилот майҙансығы рәүешендә көнсығыш диалект вәкилдәре йәшәгән Әбйәлил районы, көньяҡ диалект вәкилдәренең Стәрлебаш районы, төньяҡ-көнбайыш диалект вәкилдәренең Борай районы һайланды. Проект сиктәрендә тәрбиәселәр өсөн университет нигеҙендә семинарҙар, белемде камиллаштырыу курстары ойошторола. Шулай уҡ “Мәктәпкәсә белем биреү” программаһы буйынса һөнәри әҙерлек үтеү, республикалағы иң яҡшы педагогтарҙы асыҡлау, алдынғы тәжрибәне таратыу өсөн методик ҡулланмалар фондын төҙөү күҙаллана. Авторҙар коллективы мәктәпкәсә учреждениелар өсөн альтернативалы уҡыу-уҡытыу методик комплекстары эшләй.
Проект Стәрлебаш ауылында башланды. Әбйәлил һәм Борай райондары вәкилдәре унда онлайн тәртиптә ҡатнашты.
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, проектҡа ярашлы, башҡорт телен урындағы ерле һөйләшкә нигеҙләнеп өйрәтеү бик дөрөҫ һәм отошло буласаҡ, тип билдәләне.
Читайте нас: