+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2021, 20:20

Байрамға - тәмле салаттар!

14 февраль – Ғашиҡтар көнө алдынан уңған хужабикәләргә эшләүе еңел генә тәмле салаттар рецептары тәҡдим итәбеҙ!Беренсе салат өсөн краб таяҡтары – 200 г, бешкән бәрәңге – 2, бешкән йомортҡа – 3, сыр – 200 г, 1 банка кукуруз, майонез кәрәк. 1 ҡат – терка аша үткәрелгән бәрәңгене йөрәк формаһында тәрилкәгә һалабыҙ, тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ, майонез һылайбыҙ. 2 ҡат – краб таяҡтары, майонез, 3 ҡат – кукуруз, майонез, 4 ҡат – терка аша йомортҡа, майонез, өҫтөнә терканан үткәрелгән сыр һалып, үҙебеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ.

14 февраль – Ғашиҡтар көнө алдынан уңған хужабикәләргә эшләүе еңел генә тәмле салаттар рецептары тәҡдим итәбеҙ!
Беренсе салат өсөн краб таяҡтары – 200 г, бешкән бәрәңге – 2, бешкән йомортҡа – 3, сыр – 200 г, 1 банка кукуруз, майонез кәрәк. 1 ҡат – терка аша үткәрелгән бәрәңгене йөрәк формаһында тәрилкәгә һалабыҙ, тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ, майонез һылайбыҙ. 2 ҡат – краб таяҡтары, майонез, 3 ҡат – кукуруз, майонез, 4 ҡат – терка аша йомортҡа, майонез, өҫтөнә терканан үткәрелгән сыр һалып, үҙебеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ.
Икенсе салатҡа бешкән тауыҡ ите – 250 г, бешкән сөгөлдөр – 1, һуған -1, аш һеркәһе, шәкәр, тоҙ, маринадланған ҡыяр – 3, сыр – 100 г, майонез, биҙәү өсөн гранат емештәре алығыҙ. 1 ҡат – йөрәк формаһында тәрилкәгә һалынған туралған тауыҡ ите, тоҙ, борос, майонез. 2 ҡат – маринадланған һуған, 3 ҡат – маринадланған ҡыяр, майонез, 4 ҡат – терканан сөгөлдөр һалына. Салаттың ситтәренә майонез һөртөп, өҫтөнә терканан сыр үткәреп, һибәбеҙ. Уртаға майонездан сетка эшләп, гранат менән биҙәйбеҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: