+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2021, 23:05

Саңғы юлына сыҡтылар

Бөгөн, 13 февралдә ХХХIХ асыҡ “Рәсәй саңғы юлы-2021” Бөтә Рәсәй күмәк ярыштары үтте. Төбәктәге муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан саңғы ярышында 120 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Быйылғы иң күмәк ҡышҡы ярышҡа ғафуриҙар ҙа берҙәм ҡушылды. Красноусол ауылында телевышка янында махсус әҙерләнгән саңғы трассаһында уҙҙы ярыш. Унда 300-ләп кеше булды.

Бөгөн, 13 февралдә ХХХIХ асыҡ “Рәсәй саңғы юлы-2021” Бөтә Рәсәй күмәк ярыштары үтте. Төбәктәге муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан саңғы ярышында 120 мең самаһы кешенең ҡатнашҡан. Быйылғы иң күмәк ҡышҡы ярышҡа ғафуриҙар ҙа берҙәм ҡушылды. Красноусол ауылында телевышка янында махсус әҙерләнгән саңғы трассаһында уҙҙы ярыш. Унда 300-ләп кеше булды.
Сарала балалар баҡсалары тәрбиәселәре, мәктәптәр уҡытыусылары, уҡыусылар һәм оло йәштәгеләр, шулай уҡ спорт ветерандарының ҡатнашыуы ярыштың мәртәбәһен арттырҙы. Саңғысылар тиҫтәгә яҡын йәш төркөмөндә көс һынашты.
Ярышта ҡатнашыусылар ике, өс километрлыҡ араны үтергә тейеш ине. Ә спортсылар һәм саңғы ярыштарын яратҡандар биш километр арауыҡта көсөн һынап ҡараны. Саңғы спортын, шулай уҡ физик культураны, спортты үҫтереүгә этәргес биргән сарала ҡатнашыусылар көс-дәрт, күңел күтәренкелеге алды. Саңғысыларға ҡайнар сәй эсеү, ҡапҡылап алыу мөмкинлеге лә булды.
Әйткәндәй, был спорт сараһы 1982 йылдан алып уҙғарыла.
Мәғлүм булыуынса, ярыш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә уҙғарыла.
Читайте нас: