+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2021, 19:30

Йәшәү минимумының яңы күләме билдәләнде

2021 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 10 015 күләмендә билдәләнде. Хөкүмәттең тейешле ҡарары 12 февралдә республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Документҡа ярашлы, хәҙер эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы – 10 641 һум, пенсионерҙарға — 9 605 һум, балаларға 10 077 һум тәшкил итә.

«Ҡарар 2021 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була», — тип билдәләнә документта.
Башстаттың ошо йылдың 1 ғинуарына яҡынса баһаһы буйынса, республикала 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
Читайте нас: