50 көндә төҙөп бөтөргә, тигән маҡсат тормошҡа ашмаҫлыҡ кеүек күренһә лә, Башҡортостан был эште атҡарып сыҡты. Республикала һанаулы ғына көндәрҙә ике өр-яңы инфекция дауаханаһы төҙөлдө. Һөҙөмтәлә, меңәрләгән ғүмерҙәр ҡотҡарылды, ауыр вирус менән көрәшеүҙә уңыштарға өлгәшелде. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендәге был тәжрибәһен башҡа төбәктәр үҙләштерә башланы. Бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында “Спасительный курай” тапшырыуын ҡарағыҙ. Ул тап ошо темаға бағышлана.