+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 21:50

Юйылмаҫлыҡ яра һалған һуғыш

Бынан 32 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарыу тамамланған. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календаренә индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә.Красноусолдағы Хәтер аллеяһы алдындағы майҙандағы митингҡа локаль һуғыш ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, йәштәр, предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Бынан 32 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарыу тамамланған. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календаренә индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә.
Красноусолдағы Хәтер аллеяһы алдындағы майҙандағы митингҡа локаль һуғыш ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, йәштәр, предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Алыҫ Афғанстанда барған һуғыш уты районыбыҙҙың бик күп ғаиләләренә ҡағылды. Был һуғышта 200-ҙән ашыу Ғафури егете ҡатнаша, уларҙың бишәүһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Яуҙа башын һалғандарҙы иҫкә алыу, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарға хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары Фәйруз Ғимаҙиев, хәрби бәрелештәр ветерандарының район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров еткерҙе. Сығыш яһаусылар бөгөнгө сараның әһәмиәте, яҡташтарыбыҙҙың яу яландарында күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында һөйләне, үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә данлы традицияларға таяныуын билдәләне. Районда бындай сараларҙы башлап йөрөүсе хәрби хеҙмәт һәм хәрби бәрелештәр ветерандарының эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ.
Митингта ҡатнашыусылар интернациональ бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды.
Ҡышҡы тынлыҡты боҙоп яңғыраған автомат залпы аҫтында һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды.
Читайте нас: