Ҡыш буйына йыйылған тиреҫте бер урынғараҡ йәтешләп өйөп, рәтләп йөрөгән Заһит һәнәкте күтәргән ыңғайы бер нисә бәләкәй генә йомортҡаны күреп ҡалды. Ул һәнәген ҡырға атып бәрҙе лә, тубыҡланып алып ҡулы менән һаҡ ҡына тиреҫте аҡтара башланы. Йәш тауыҡтың йомортҡалары шикелле аҡһыл һорораҡ төҫтәге йөҙләгән йомортҡаны күргәс, иҫе китте.Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Былар ҡайҙан? Уйланып торҙо.
Баҡсала түтәлдәре янында мәж килгән Зәлиә ҡулдарын һөртә-һөртә йүгереп килде.
- Ни булды, йәнем? - тине ул йылмайып.
- Ҡара әле, мин күпме байлыҡ таптым! - тип шаяртты Заһит.
-Аһ! Былар бит... туҙбаш йыландың күкәйҙәре! Теге ваҡыт нигеҙҙә йылынып яткан йыландыҡы инде.
- Мин дә шулай уйлайым, улар тиреҫ аҫтында ҡыҙышып, йылынып яталар инде. - Ой! Заһит, мин ҡурҡам. Улар бөтәһе лә сыҡһа, урамда йыландар мыжғып торасаҡ бит. Әйттем бит һиңә: ”Юҡ ит шуны!” - тип. Йылыға йылан да эйәләшә, тимәк, беҙҙең өй яҡшы урында тора, тип ҡарыштың да торҙоң даһа!
- Ҡарайыҡ әле, бәлки, улар боҙолоп бөткәндәрҙер, - тип Заһит береһен бысаҡ осо менән һыҙып ебәргәйне, эсенән тере йылан килеп сыҡты ла, йыбырлап шыуышып китеп тә барҙы.
- Нишләйбеҙ, йәнем, ҡыҙыбыҙ күрһә, ҡурҡасаҡ бит, - тип иламһыраны Зәлиә. Заһит йомортҡаларҙы киренән тиреҫ менән күмеп ҡуйҙы ла тәрән итеп көрһөндө.
- Ээээх, кәләш! Йыландар ҙа бит бик аҡыллы йән эйәләре, - тине йөрәкһеп. Зәлиә һаман ҡото осоп ҡарап торғас:
- Һин беҙҙең ауылдыҡы булмағас, белмәйһеңдер шул...
Шунан ҡатынын ҡосаҡлап, алдына ултыртты ла, шым ғына һөйләп алып китте.
- Был ваҡиғаны иҫкә төшөрөргә яратмайым...
Армияға мин Венгрияға алындым. Бер йыл шунда тыныс ҡына хеҙмәт иттем. Белеүеңсә, ул ваҡытта Афғанстанда ҡыҙыу һуғыштар бара ине. Мин дә иптәштәрем менән интернациональ бурысымды үтәйем, тип үҙ теләгем менән яҙылып киттем. Беҙгә унда ниндәй ҡан ҡойош барғанын һөйләмәнеләр бит инде...
Бер ваҡыт бер взвод һалдаттары тау башында бер урында позиция һаҡлап ятабыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙән өҫтәлмә ярҙам көтәбеҙ. Костер яғырға ярамай. Тау соҡоронда бер шишмә бар, шунан һыу алып эсергә генә тотонабыҙ. Бер шулай һыуға барһам, бер нисә йылан балаһын күрҙем. Был тау-таш араһында ул бахырҙар ни нәмә генә ашайҙарҙыр инде, тип, ит, балыҡ консерваларынан өлөш сығарып, ҡалдыра башланым уларға. Иптәштәрем минән көлә.
- Уларҙың әсәһе бит күҙлекле йылан-кобра йыланы, саҡһа, үлемең шунан була инде, - тип мәрәкәләйҙәр. Аҙаҡ һәр береһе үҙенә берәй мәшғүл табып, мине оноттолар, ихтибар итмәй башланылар. Ун биш көнләп уҙҙы. Һаман ятабыҙ. Ә теге мәхлүҡтәр миңә тамам эйәләште бит, ҡасмай башланы, бер-ике тапҡыр ололары ла күҙемә салынды.
Шулай бер ваҡыт төндә поста торам. Дежурствоны тапшырырға, тип иптәшемде көтәм-көтәм, ул килмәй ҙә килмәй. Таң һарыһында ҡаты итеп йоҡлап киткәндер инде, тип ярты сәғәт үткәс, ахыры, үҙем барырға булдым. Тороп, бер-ике аҙым атлағайным, тау башынан шауҙарлап башыма бер нәмә килеп төштө. Башымдан һыпырып алып ташлап ҡараһам, ҡаршымда, минең түш тапҡырында ғына, ҡурҡыныс итеп ыҫылдап кобра йыланы тора. Миңә бер төрлө ҡыймылдарға ла ирек бирмәй, ҡатып ҡалдым. Артҡа сигенәм, минең арттан көләпәләрен ҡабартып, ул да шыуа. Мине шулайтып ҡатырып берәй сәғәт тотҡонлоҡта тотҡандыр. Шунан, ҡапыл тынысланды ла, һин дә мин, тау ярығына керҙе лә китте. Мин, ҡотолғаныма шатланып, иптәштәрем ятҡан окопҡа йүгереп барып етһәм, улар... ҡанһырашып ята. Кеменең муйынынан ҡан һарҡый, кеменең күкрәгендә кинжал һерәйеп тора...
Заһиттың күҙҙәре йәшләнде, тауышы ҡалтыранды.
-Ә мин шул йылан арҡаһында иҫән ҡалғанмын бит, аңлайһыңмы кәләш? Һаман ғәжәпләнәм: осраҡлы хәл булдымы, әллә Хоҙай хикмәтеме? Аҙаҡ саҡ трибуналға эләкмәнем. Ышанманылар. Икенсе заданиены үтәгәндә генә ҡаным менән түләп, аҡландым.
...Бер аҙҙан Заһит менән Зәлифә, тиреҫе менән йылан йоморткалары һалынған ҡатырға ҡапты мотоциклдың арбаһына ултыртып, ауылдан алыҫ ятҡан урманға китеп баралар ине.
Бер нисә көндән бәләкәй генә туҙбаштар тиреҫте йырып, өйөмдән берәм-һәрәм сыға башланы һәм шишмәгә табан шыуышты. Миннәте – рәхмәте.
Гөлназ Нафикова-Ғәбитова.
Ғафури районы, Урта Үтәш ауылы.