+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 20:10

Айыҡлыҡҡа ҡайтһын ауылдар Красноусол ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финалына сыҡты

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы бер нисә йыл рәттән үткәрелә килә һәм быйыл да дауам итә. Башҡортостандың 2114 ауылын берләштергән һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән сараның финалына 54 ауыл сыҡҡан. Улар араһында районыбыҙҙың Красноусол ауылы ла бар. Конкурсҡа ярашлы, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар, кисәләр, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашлығында төрлө мәҙәни-спорт саралары үтеп торҙо.

Уҙған шәмбелә Красноусолда “Йәшлек” ял паркында “Айыҡ ауыл” конкурсының респуб-лика этабы сиктәрендә “Сәләмәт булыу – шәп!” девизы аҫтында күп кеше ҡатнашлығында мәҙәни-спорт байрамы ойошторолдо. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеү яулаған красноусолдар башҡа ауылдарҙа йәшәүселәрҙе лә ҙур байрамға йыйҙы.
Сәләмәтлек байрамын асыу өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелде.
- Районыбыҙҙа 2019 йылда “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында 16 ауыл ҡатнашһа, 2020 йылда уларҙың һаны 58-гә етте. Конкурстың муниципаль этабында Красноусол ауылы еңеү яуланы һәм республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Шуныһы һөйөнөслө, районыбыҙҙың барлыҡ ауылдары ла сәләмәт йәшәү рәүешенә әүҙем ҡушылды, - тине Фәнзил Фәйез улы. – Беҙ ауылдарыбыҙҙа бөтөнләй спиртлы эсемлектәр, суррогат һатмауҙарын, халыҡ сәләмәт, әүҙем тормош алып барыуын, балаларыбыҙҙың шат йылмайыуҙарын теләйбеҙ. Бөгөн “Башҡорт йөрөшө” проекты башланып, ул районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарын да (95-тән ашыу) солғап аласаҡ. Башҡорт йөрөшө эстафетаһы ауылдан-ауылға тапшырылып, һуңынан уға тулыһынса конкурс рәүешендә йомғаҡ яһаласаҡ - тине ул. - Айыҡ ауыл – матур ауыл, айыҡ ауыл барлыҡ башланғыстарҙың башы. Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, беҙҙең олатай-ҡартатайҙарыбыҙ бөтөнләй спиртлы эсемлек ҡулланмаған, улар өсөн тәү сиратта эш һәм ғаилә булған. Һәм ошондай байрамдарҙа ғаиләләре менән килеп, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуҙарын һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙарын күреү бик тә һөйөнөслө. Барығыҙға ла сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм әүҙем йәшәү рәүеше теләйем, - тине Фәнзил Сыңғыҙов.
Ҡотлауҙарға район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡушылды. Красноусол ауылы республикала ла финалға сығып, 1-се урын яулаһын тигән теләген еткерҙе.
Байрам сараһының программаһы бай. Ҡояш көлтә нурҙарын тирә-яҡҡа йомарт өләшеп, көн яҙҙы хәтерләтеп, йылы торғанлыҡтан, сарала ҡатнашыусылар, асыҡ һауала ял итергә теләүселәр бик күп ине. Бына, бер майҙанда Илшат Хәбибуллин уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғара, теләүселәр мәргәнлектәрен һынап ҡарай, арыраҡ майҙанда Балалар ижады үҙәге төрлө уйындар ойошторған, балалар кинәнеп уларҙа ҡатнашты, “башҡорт йөрөшө” буйынса ярышыусылар уғата күп булыуы (районыбыҙҙың башҡа ауыл-
дарынан да килгәндәр) менән айырылды, Красноусол ауылы ағинәйҙәре, район мәҙәниәт һарайы, китапхана хеҙмәткәрҙәре башҡорт милли ризыҡтарҙан торған сәй өҫтәле әҙерләгән, ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе, буҙа менән һыйланылар. Сарала ҡатнашыусылар “фитобарҙа” файҙалы дарыу үләндәренән әҙерләнгән сәйҙән ауыҙ итте. Байрамда берәүгә лә күңелһеҙләнеп торорға ирек булманы, теләүселәр “Самауырлы ритайым”да гармун көйҙәренә бейеп кинәнде. Район мәҙәниәт һарайы артистарының бай йөкмәткеле концерты барыһының да күңеленә хуш килде. Сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән байрамдан барыһы ла ыңғай тәьҫораттар алып, ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты.
Ғафуриҙар тап ошо көндө Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын асыуға арналған спорт сараларында ҡатнашты. Берәүҙәр, ил буйынса иғлан ителгән “Рәсәй саңғы юлы - 2021” ярышында саңғыға баҫһа, икенселәр йөҙөү турнирында һәм мини-футболда үҙ көсөн һынаны.
Сара һуңында Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Анатолий Ващенко, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенән Ксения Хлёскина башҡорт (скандинав) йөрөшөндә, уҡтан атыуҙа еңеүселәрҙе бүләкләне. “Айыҡ ауыл” сиктәрендәге сараларҙы уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән “Красноусол” минераль һыу ҡойоу заводы” ЯСЙ-е генераль директоры Азат Фәйзуллинға, “Виктория” СПоК-ы етәксеһе Гөлшат Урманшинаға, шәхси эшҡыуарҙар Гөлшат Ҡаҙаҡҡоловаға, Марс Хәйруллинға, Татьяна Назароваға, Лев Пелепеевҡа, “Солнышко” ЯСЙ-е етәксеһе Москов Алиянға рәхмәтле.
Айыҡ тормоштоң бөтә кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын аңлатаһы ла түгел. Был йәһәттән “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә бөгөнгө кеүек ошондай күңелле лә, файҙалы ла, фәһемле лә саралар уҙғарылғанда халыҡтың эске тураһында уйларға ваҡыттары ла, теләктәре лә ҡалмай, тигән ышаныс бар.
Читайте нас: