+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 16:35

Сәләмәт тормош яҡлылар

Юлыҡтар быйылғы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын ихлас күтәреп алды. Балалар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә буш ваҡыттарын сәләмәт йәшәү рәүешенә арнап, саңғыға баҫты. Мәктәптең физкультура уҡытыусыһы – тренер Раил Юлмөхәмәтов етәкселегендә өлкәндәр өсөн дә саңғы буйынса күнекмәләр уҙа.

12 февралдә “Беҙ ҡышҡы спорт төрҙәрен яратабыҙ” программаһы сиктәрендә уҡыусылар һәм өлкәндәр саңғыла ярышты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әминә Хисмәтуллина (уңдан икенсе) – 1-се, Көмөшбикә Ҡоҙайғолова (һулдан өсөнсө) – 2-се, Гөлнара Сәфәрғолова (уңдан беренсе) 3-сө урын яуланы. Уҡыусылар араһында үҙ төркөмдәрендә Динислам Кәримов, Рәмил һәм Ильяс Вәлиевтар, Ислам Йомаҡаев, Регина Шафиҡова, Айһылыу Яҡшыбаева, Аделина Юлыҡова 1-се урынға лайыҡ булдылар.
Читайте нас: