Еҙем-Ҡаранда йәшәүсе уҡытыусы-ветеран, әүҙем ауыл хәбәрсеһе Флүрә Хәмит ҡыҙы Хәлилова ижад эше менән күптән шөғөлләнә. Көнүҙәк мәсьәләләр тураһында мәҡәләләр, сатира-юмор менән һуғарылған шиғырҙар, уйландырғыс, ғибрәтле һәм фәһемле тормош күренештәре уның ҡәләм аҫтынан түгелеп кенә тора.
Публицистикала әйткән һүҙең көнөндә ҡәҙерле. Әммә яҙылғандарҙың йылдар үткәс тә әһәмиәтен юғалтмағандары ла була. Килер быуындарға аманат итеп тапшырыр өсөн дә уларҙың китап булып тупланып, донъя күреүе мөһимдер. Ф.Хәлилованың яңы «табанан төшкән» китабы ла шундай маҡсаттан сығып баҫтырылған.
«Төн ултырып ижад иткәнеңде аҙаҡ китап итеп туплап, уҡыусыларға тәҡдим итеү – үҙе бер ҡаһарманлыҡ. Флүрә апайҙың йыйынтыҡтарын Ғафуриҙар йөҙ йылдан һуң да уҡып һөйөнөр», - тип яҙа китапҡа баш һүҙҙә яҙыусы Рәлиф Кинйәбаев.
З.СУФИЯНОВА.