+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 15:45

Башҡортостанда муниципалитеттар башлыҡтары ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу майҙансыҡтарына рейдтар үткәрә

Республикала сүп-сар йыйыу урындарын даими тикшереп торасаҡтар. БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡарары менән бар район-ҡалалар башлыҡтары ошондай тикшереүҙәрҙе башланы. Уның һөҙөмтәләре киләһе дүшәмбе ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар буйынса кәңәшмәлә ҡараласаҡ. Андрей Назаров әйтеүенсә, бынан кире был рейдтар даими үтәсәк. Муниципалитет башлыҡтары рейд һөҙөмтәләрен социаль селтәрҙәрҙәге үҙ сәхифәләрендә яҙҙы.Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов:

Республикала сүп-сар йыйыу урындарын даими тикшереп торасаҡтар. БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡарары менән бар район-ҡалалар башлыҡтары ошондай тикшереүҙәрҙе башланы. Уның һөҙөмтәләре киләһе дүшәмбе ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар буйынса кәңәшмәлә ҡараласаҡ. Андрей Назаров әйтеүенсә, бынан кире был рейдтар даими үтәсәк. Муниципалитет башлыҡтары рейд һөҙөмтәләрен социаль селтәрҙәрҙәге үҙ сәхифәләрендә яҙҙы. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов:
“Райондың ҡайһы бер тораҡ пункттарында контейнер майҙансыҡтарын ҡарап сыҡтыҡ. Уларҙың торошона, тирә-яғының таҙалығына иғтибар иттек. Дөйөм алғанда хәл насар түгел. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, төбәк операторы үҙ бурысын ваҡытында үтәй. Ҡайһы бер майҙансыҡтарҙағы контейнерҙарға ремонт йәки алмаштырыу кәрәк. Был мәсьәлә даими контролдә буласаҡ. Майҙансыҡтарға барыу юлдары эшләнгән, башлыса ҡарҙан таҙартылған. ”
Фәнзил Фәйез улы район халҡынан ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтарға бәйле проблемалар менән тура үҙенә мөрәжәғәт итеүҙәрен һораны.
Читайте нас: