+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 15:30

“Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсы финалистарын һайлау бара

Кисә конкурста ҡатнашыусыларҙың презентациялары ҡарала башланы. “Айыҡ ауыл - 2020” исеменә һәр райондан берәр 54 ауыл дәғүә итә. Тәүге 7 конкурсант – Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай райондары вәкилдәре жюри ағзаларына үҙ проекттарын тәҡдим итте. Уларҙы профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренән торған эксперт комиссияһы баһалай. Сара БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың Геральдика залында үтте.

Конкурсанттар проекттарҙы яҡлағанда үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында видеопрезентация күрәһтеп, жюриҙың һорауҙаырна яуап бирҙеләр. Бынан һуң конкурстың тағы ла бер этабы – 10 – 20 мартта халыҡ тауыш биреүе үтәсәк. 25 мартта “Айыҡ ауыл - 2020” билдәле буласаҡ.
Белешмә. Ғәҙел баһалау өсөн халыҡ һаны буйынса тораҡ пункттар категорияларға бүленгән: эре – халҡы 3 меңдән ашыу, ҙур – 1 -3 мең кеше, урта – 200 – 1 мең кеше, кесе – 200 кешенән кәмерәк халыҡ йәшәгән тораҡ пункттар.
Шулай итеп, 4 категория буйныса 12 еңеүсе билдәләнә. Улар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломдары, - 1-се урын өсөн – 5 млн һум, 2-сегә – 3 млн һум, 32-сө урынға 2 млн һумлыҡ тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү программаһына индереү сертификаттары менән бүләкләнәсәк.
Һөҙөмтәлә, 2020 йылда приздар фонды 40 млн һум тәшкил итә.
Читайте нас: