Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөндән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнде. Максим Забелин һаулыҡ һаҡлауҙан тыш демография, халыҡты медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, ғаилә, хеҙмәт, мәшғүллек, халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнәсәк. Был вазифала эшләгән вице-премьер Ленара Иванова Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып ҡала. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров был үҙгәреште аңлатып: “Быйыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Бында күп нәмә һаулыҡ һаҡлауға бәйле. Иң мөһиме - үлем осраҡтарын кәметеү. Шуға күрә Максим Забелин был эш менән системалы шөғөлләнһен өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителде,” – тине.