+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 16:30

Бүләккә – телевизор!

2021 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу барышында “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы иғлан иткәйне.Ике баҫмаға яҙылып, квитанцияларын Өфөгә Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс техника һәм уникаль приздар - “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын свитеры һәм “Өфө” футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка уйнатылды. 27 ғинуарҙа “Сәләм” программаһында тура эфирҙа еңеүселәр билдәләнде. Шуныһы һөйөнөслө: Бурлы ауылында йәшәүсе “Табын” гәзитенең күптәнге дуҫы 83 йәшлек Хәҙисә апай Яҡупова “Табын” һәм “Өмөт” гәзиттәренә яҙылып, телевизор отто.

2021 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу барышында “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы иғлан иткәйне.
Ике баҫмаға яҙылып, квитанцияларын Өфөгә Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс техника һәм уникаль приздар - “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын свитеры һәм “Өфө” футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка уйнатылды.
27 ғинуарҙа “Сәләм” программаһында тура эфирҙа еңеүселәр билдәләнде. Шуныһы һөйөнөслө: Бурлы ауылында йәшәүсе “Табын” гәзитенең күптәнге дуҫы 83 йәшлек Хәҙисә апай Яҡупова “Табын” һәм “Өмөт” гәзиттәренә яҙылып, телевизор отто.
Әйткәндәй, Хәҙисә апай “Табын” гәзите йыл аҙағында Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса уҙғарылған бүләктәр отошонда ла еңеп, “Табын” гәзитенән сәй йыйылмаһы алғайны.
Бөгөн, 2 март көнө Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Хәсән улы Дәүләтбәков Хәҙисә Ғариф ҡыҙына уйында отҡан бүләген тапшырҙы.
Ил-көн яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһыныусан 83 йәшлек Хәҙисә апайҙың ғүмер юлы почта эше менән бәйле. Йәштән телеграфта, типографияла эшләгән, тыуған ауылы Бурлыға ҡайтҡас, хаҡлы ялға тиклем ауыл почта бүлексәһендә эшләй.
  • Беҙ эшләгәндә халыҡ гәзит-журналдарҙы бик күп алдыра ине. Һәр йортта тиерлек 4-5-әр баҫмаға яҙыла торғайнылар. Гәзитте ҡышын санаға һалып ташый инек. Үҙем “Табын” район һәм “Өмөт” республика гәзиттәрен әле лә яратып уҡыйым, һәр һанын көтөп алам. Бына, Нәфисә ҡыҙым 2021 йылдың икенсе яртыһына яратҡан гәзиттәремә яҙылып 8 Мартҡа матур бүләк эшләне, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Хәҙисә Ғариф ҡыҙы.
  • Әсәһенең юлын дауам итеп почта бүлексәһе начальнигы булып уңышлы эшләп йөрөгән Нәфисә Йосоп ҡыҙы ла беҙ килеүҙе түҙемһеҙлек менән көтөп торған.
    • Бәләкәйҙән әсәйем кеүек почтала эшләргә ине тип хыялландым. Беҙҙең эштә кешеләр менән матур мөғәмәлә итә белеү бик мөһим, һәр кемгә тейешле һүҙҙәр табып, матбуғатҡа яҙылыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатабыҙ. Иртә таңдан кискә 10-дарға тиклем эшләгән саҡтар була. Әсәйем минең ныҡлы терәгем-таянысым, мин уның янында ҡараулымын, рәхмәт уға, - ти Нәфисә Йосоп ҡыҙы.
    • Ысынлап та, оло йәштә булһа ла Хәҙисә апай әҙерләгән ҡош телен, тәмле аш-һыуын, ҡышҡылыҡҡа тоҙлаған помидорын да ауыҙ итергә тура килде. Яңы телевизорҙы ҡабыҙып, Юлдаш телеканалы тапшырыуҙарын ҡарап, бүләк отоуына ихлас ҡыуанып, изге доғаларын уҡып оҙатып ҡалды ул беҙҙе.
      Әлеге ваҡытта 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара. 1 апрелгә тиклем матбуғатҡа тәүге ярты йыллыҡтағы хаҡтар менән яҙылып була. Ошонан файҙаланып, яратҡан баҫмаларығыҙға әле яҙылып ҡалырға саҡырабыҙ.
      Гөлдәр Кинйәбаева.
      Читайте нас: