Бөгөн, Өфө ҡалаһындағы “Торатау” конгресс-холында 8 Март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам концерты үтте.
Тамаша залына төрлө һөнәр эйәләре ҡатын-ҡыҙҙар, күп балалы әсәләр йыйылған. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
-Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Барығыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә ҡарап һоҡланам, күңелдәр яҡтырып китә, - тине ул.
Бер нисә ҡатын-ҡыҙҙы атап, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ күп балалы әсәләргә лә тәрән ихтирамын еткерҙе. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уның иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Сығышы һуңында Радий Фәрит улы барыһын да иң изге теләктәр, ҡотлауҙар менән тәбрикләне.