+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2021, 01:00

Бар ҡотлауҙар һеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙар!

5 мартта район мәҙәниәт һарайында яҙҙың тәүге байрамы - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан һөйөклө, гүзәл заттарға арнап әҙерләнгән байрам сараһы үтте. Иң тәүҙә фойела район ҡатын-ҡыҙҙар советының "Һоҡланғыс яҙ" программаһы һәм уның сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, психолог тренингы, балалар өсөн күңелле уйындар уҙҙы, төрлө үләндәрҙән сәйҙәр эсеү, буҙа тәмләп ҡарарға мөмкин ине.

Һуңынан тамаша залында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән тәбрикләне,бер төркөм әсәйҙәрҙе "Әсәлек даны" миҙалдары һәм уңған хеҙмәткәрҙәрҙе Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үттеләр. Район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән байрам концерты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ матур бүләк булды.
Читайте нас: