+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март 2021, 10:30

Һеҙҙең менән донъя йәмле!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Иң матур һәм нәфис байрам – 8 Март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө бар донъяла билдәләнә. Ҡатын-ҡыҙ тормошобоҙға һәр ваҡыт изгелек, матурлыҡ һәм шәфҡәтлелек алып килә. Һеҙ үҙегеҙгә генә хас уңғанлыҡ, тырышлыҡ менән өйҙәребеҙгә йәм, ҡот бирәһегеҙ, ғаиләлә именлек булһын өсөн күп көс һалаһығыҙ, балалар һәм ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләйһегеҙ, донъяға нур өҫтәйһегеҙ, яҡшы эштәргә илһамландыраһығыҙ, бар башланғыстарыбыҙҙа ярҙам итәһегеҙ.
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер рәттән бар өлкәләрҙә лә хеҙмәт итәләр, юғары һөнәри бейеклектәр яулаған эшсе лә, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған тоғро ҡатын һәм һиҙгер әсә лә һеҙ.
Һеҙҙең нескә иңегеҙҙә еңел булмаған хәстәрҙәр ята, әммә һеҙ уларҙы лайыҡлы атҡараһығыҙ һәм һәр ваҡыт һөйкөмлө һәм гүзәл булып ҡалаһығыҙ.
Сикһеҙ түҙемлегегеҙ, бөтмәҫ энергияғыҙ, йомарт һәм хеҙмәт һөйгән булмышығыҙ, тормошобоҙға мәғәнә биреүсе наҙығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, был ҡояшлы байрамды яратҡан кешеләрегеҙ, бәхетле балаларығыҙ һәм яҡын дуҫтарығыҙ менән ҡаршы алыуығыҙҙы теләйем. Ғаиләләрегеҙҙә мөхәббәт һәм татыулыҡ, киләһе көнгә ышаныс булһын, иң яҡты өмөт-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль
район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: