Унда клетчатка, аминокислоталар, С, Е, РР, В1, В2, В3, В4, В5 витаминдары, фолий кислотаһы, калий, кальций, магний, фосфор, тимер матдәһе күп. Ғалимдар әйтеүенсә, кивиҙы даими ашау йөрәк-ҡан системаһы сирҙәрен, бронхиаль астма, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртә, иммунитетты нығыта.
1 киви, 1 алма, 1 апельсин, 1 банан, 100 г грек сәтләүеге, тәбиғи йогурт. Апельсин, банан һәм кивины шаҡмаҡлап, алманы бүлкәләп турайбыҙ, ваҡланған сәтләүекте ҡушып салат һауытына һалабыҙ ҙа, өҫтөнә йогурт ҡоябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!