Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар пособиеһының күләме ғаиләнең килеменә бәйле һәм йәшәү минимумы күләменең 50, 75 һәм 100 процентын тәшкил итергә мөмкин тигән указға ҡул ҡуйған.
Әгәр ҙә ғаиләнең йән башына уртаса килеме пособие алғандан һуң йәшәү минимумынан артмаһа уны 100 процентҡа тиклем күтәрәсәктәр.
Пособие күләме балалар өсөн йәшәү минимумы үҙгәреүенә ҡарап йыл һайын яңынан иҫәпләнәсәк.
Түләүҙәр ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләнә. Уны алыу өсөн 1 апрелдән һуң Күп функциялы үҙәктәргә ғариза бирергә кәрәк.