-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2021, 10:40

“Сәләмәтлек” поездары юлға сыға

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырыу маҡсатында 19 апрелдән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” тип аталған акция башланыуы тураһында белдерҙе.

Республиканың барлыҡ райондары буйлап 6 автопоезд сығасаҡ. Халыҡты Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАПтар, флюорографтар, маммографтар, диагностика комплекстары, стоматология модулдәре хеҙмәтләндерәсәк, Өфө дауаханалары табиптары ҡабул итәсәк. Теләге булған һәр кем был заманса ҡорамалдарҙа сәләмәтлеген бушлай тикшертеп, табиптарҙан консультация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Районда “Сәләмәтлек” автопоезы 4-5 майҙа - Үзбәк ауылында, 6-7 майҙа – Ҡарағайҙа, 11 -14 майҙа – Аҡкүлдә, 17-21 майҙа Буруновкала халыҡты ҡабул итәсәк.
Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү, төрлө сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, уларҙы иҫкәртеү буйынса саралар күреү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: