Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, ойошма етәкселәре менән уҙғарған сираттағы кәңәшмәлә бер нисә мәсьәлә ҡаралды.
Тәүҙә республиканың Милли банкы вәкиле мутлашыусылар, халыҡты алдау менән шөғөлләнеүсе законһыҙ финанс ойошмалар тураһында сығыш яһаны. Барыһын да иғтибарлы булырға, банк карталарына бәйле мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә еткермәҫкә саҡырҙы. Артабан криминоген һәм янғын хәүефһеҙлеге хәле тураһында мәғлүмәт тыңланды. Районда уҙған аҙнала 5 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 1 кеше зыян күргән. Бер мутлашыу осрағы – банк картаһынан 45 мең аҡса урланған. Янғын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы билдәле категория кешеләрҙең йорттарына ҡуйыу һәм аңлатыу эштәре дауам итә, халыҡтың был мөһим эште аңлап ҡабул итеүе һорала. Эпидемиологик хәлгә килгәндә, коронавирус менән сирләүселәр һаны - 421, аҙна эсендә 3 кешегә артҡан. Әлеге көнгә 11 кеше сирләй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында - 2, район дауаханаһының инфекция бүлексәһендә 3 кеше дауалана. Бөтәһе 7,5 мең кешегә тест үткәрелгән. Районға килгән 785 вакцинаның 695-е эшләнгән. Фәнзил Фәйез улы эпидемиологик хәлде яйлауҙың берҙән-бер сараһы булған вакцина яһатыуҙы әүҙемләштерергә ҡушты.
Кәңәшмәлә яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек барышы ла ҡаралды. Районда 7 ауыл хужалығы предприятиеһы, 91 КФХ, 12 ауыл хужалығы кооперативы, 14,5 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. 42 мең гектар һөрөнтө ер бар, уның 24,7 мең гектарын яҙғы культуралар биләйәсәк. Көҙҙән 4736 га ерҙә ужым культуралары сәселде. Орлоҡ фондына тикшереү үткәрелә. Техника төҙөк хәлдә, яғыулыҡ-майлау материалдары алына башланы. Хужалыҡтарҙа хәүефһеҙлек буйынса инструктаждар үткәрелә. Техник тикшереү дауам итә.
Яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәренә туҡталып, быйыл ҡарҙың айырыуса күп булыуы, Табын һәм Юлыҡ ауылдары янындағы гидропостарҙы яңыртыу, һыу үткәргес торбаларҙы бөгөндән ҡарҙан таҙартыу һәм башҡа сараларҙы ваҡытында башҡарыу кәрәклеге билдәләнде.
Кәңәшмәлә башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды.